

Алина бала саҡтан башҡорт халыҡ бейеүҙәренә ғашиҡ. Бының сәбәбе ябай, сөнки ул кескәй генә сағынан Иҫке Сибай ауылында урынлашҡан Әhләй Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбендәге бейеү түңәрәгенә йөрөй. Бейеү конкурстарында әүҙем ҡатнаша, спорт менән дә дуҫ. Иҫке Сибай мәктәбен «бишле» билдәләренә генә тамамлағас, Рәсәй Финанс университетында белем ала. Артабан да бейеүҙе ташламай.
Алина башҡорт халыҡ бейеүҙәре аша үҙенең тыуған еренә, халҡына һөйөүен белдерә. Һәр хәрәкәттә ниндәйҙер мәғәнә hуғарылған: бейеүсе ҡатын-ҡыҙҙың тормошон, уның таҙа, нәфис эске торошон тасуирлай. Шулай уҡ тормошҡа һөйөү ҙә сағыла унда. Ғөмүмән, Алина өсөн бейеү – ритмик хәрәкәт кенә түгел, ә нескәлек, үҙеңдең эске күңелеңде шул хәрәкәттәр аша сағылдырыу.
Милләттәшебеҙ "Өфө hылыуҡайы – 2023" конкурсында 3-сө урынға лайыҡ булған. Ул һәр көнөн лайыҡлы уҙғарырға тырыша. Уның хыялы һәм маҡсаты – үҙ халҡына һәм тыуған республикаhына кәрәкле кеше булыу!
Башҡорт халҡының бөйөк шәхесе Рәми Ғәриповтың шиғыр юлдары уның өсөн тормош девизы булып тора.
"Кеше кешеләргә кәрәк булhын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаhын.
Эшләгәндә янып эшләhен дә,
Ял иткәндә – көлhөн, йылмайhын!"