

– Рухлы башҡорт балаһы мин,
Милләтемдең аҫыл ташы мин!
Атай-әсәйемдең йөҙөк ҡашы
мин,
Сал тарихлы Көҙәй һылыуы
мин!
Нуриман районының Иҫке Исай ауылынан Айзилә Саҙрыева булам. Һәр ҡошсоҡтоң ояһы булғандай, минең дә бейек Кәрәкә тауы ҡуйынында урынлашҡан Иҫке Исай ауылында изге тыуған төйәгем – атай йорто бар. Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡмын.
Хыялым – аҡ халатлы изге фәрештәләй табип булыу. Әлегә Иҫке Исай ауылы мәктәбендә 11-се класта белем алам. Атайымдан – талапсанлыҡ, әсәйемдән наҙ, эшһөйәрлек күсһә, өләсәйем күңелемдә иман нуры балҡытты, ә ағайым минең өсөн һәр саҡ өлгө һәм терәк. Быйыл март айында «Көҙәй һылыуы – 2023» матурлыҡ бәйгеһендә гран-при яуланым!