"Йәшлек" гүзәле
8 Май 2023, 02:00

Руфина БАЙЫМОВА

– Данлы һәм гүзәл тә­биғәтле Баймаҡ ҡала­һында тыуып үҫкәнмен. Кескәй саҡтан йырға, ижадҡа ғашиҡмын. Тыу­ған ҡаламда урта мәк­тәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Өфөлә Башҡорт дәүләт ме­ди­цина университетында балалар табибына уҡы­йым.


Буш ваҡытым аҙ булһа ла, уны файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Төрлө спектаклгә һәм операға йөрөйөм. Тәби­ғәтте фотоға төшөрөргә яратам.
Киләсәккә пландарым – үҙемдең тыуған ҡалама файҙалы булып, башҡорт телен үҫтереүгә өлөшөм­дө индереү. Тормош девизым: ҙур хыялдарға – бәләкәй аҙымдар ме­нән. Сөнки һәр ҙур эш бәләкәй һәм ҡыйыу аҙымдарҙан башлана.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас