"Йәшлек" гүзәле
4 Май 2023, 07:41

Диана ХИЛАЕВА

– Миңә 19 йәш. Баш­ҡортостандың иң ма­тур, һоҡланғыс ҡалала­рының береһе – Бело­рет­та йәшәйем. Әлеге ваҡытта Аҡмулла исе­мендәге педагогия уни­верситетында башҡорт филология факуль­те­тының башҡорт-инглиз бүлегендә 2-се курста уңышлы ғына уҡып йөрөйөм.


Студент йылдарымды күңелле һәм мауыҡ­тырғыс итеп үткәрергә тырышам.  Күңелем тул­ған саҡта шиғырҙар ижад итәм, ябай ғына күренештән матурлыҡ табып, фотоға төшө­рөргә яратам, сит телдәр менән ҡыҙыҡ­һынам.
Маҡсатым – уҡыуым­ды уңышлы тамамлап, үҙ юлымды табыу, туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫ­тереү йүнәлешендә эшләү.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас