"Йәшлек" гүзәле
4 Апрель 2023, 02:00

Айзилә ВАХИТОВА

– Минең исемем  Ай­зилә, 19 йәш. Мә­сетле ра­йоны­нанмын, М. Аҡ­мулла исе­мендәге Баш­ҡорт дәү­ләт пе­дагогия универси­те­тының баш­ҡорт фило­ло­гияһы фа­культетында 2-се курс­та уҡыйым. 


Киләсәктә балаларға башҡорт, инглиз телдә­ренән белем бирәсәк­мен. Әлегә фотоға тө­шөрөү, видео монтаж­лау менән ҡыҙыҡ­һы­нам. Мәсетле ра­йоны йәштәре ойош­торған сараларҙа әүҙем ҡат­нашам.  
Күптән түгел әхи­рәтем һәм төркөм­дәшем Ай­гү­зәл менән Башҡортос­тандың ха­лыҡ шағиры Тимербай Йосоп улы Йосопов иҫтәлегенә арнап, "Мин халҡым менән..." исемле фильм төшөрҙөк.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас