Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
19 Март , 07:00

Аида ҺӘҮБӘНОВА

Нуриман районының Яңы Күл ауылы ҡыҙы Аида бала сағынан бейеүгә ғашиҡ. Уға тәүге бе­йеүҙе балалар баҡса­һында уҡ ҡуялар. Ике йыл үткәс, ата-әсәһе уны бейеү түңәрәгенә бирә.
Аида мәктәпте тамамлап, Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжына уҡыр­ға ингәс тә бейеүҙе таш­ламай. Яҙмыш елдәре уны Ф. Ғәскәров исемендәге "Шаян" халыҡ бе­йеүҙәре ансамбленә килтерә. Ун йыл бейеү менән шөғөлләнеү дәүерендә «Звон­кий каблучок» республика кон­курсында – икен­се, «Star friends» бейеү фестивалендә беренсе, II «Кит» халыҡ-ара бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ була.
Бейеү – ул эске тойғола­рың­ды һәм кәйефеңде еткереү сәнғәте. Аида Һәүбәнова ла һәр сығы­шында кешеләргә яҡтылыҡ, ҡы­уаныс килтерә, тормошҡа рәх­мәтен белдерә.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас в