"Йәшлек" гүзәле
18 Марта 2023, 02:00

Фирүзә МӨХӘМӘТЙӘНОВА

– Баймаҡ районының Ҡыуат ауылында тыуып үҫтем. Мәктәп йылда­рында һәр конкурста әүҙем ҡатнаштым. Шиғыр һөйләү, халыҡ бейеүҙәре бәйге­ләрен, олим­пиа­даларҙы, спорт ярыштарын бигерәк ярата торғайным. 


Бала саҡтан өйҙә әсәйем менән аш-һыу бүлмәһендә тәмлекәстәр бешерергә ярата инем. Шуға күрә 11-се синыфтан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инергә маҡсат ҡуйҙым. Әлеге көн­дә мин БДАУ-ҙың аҙыҡ-түлек техно­ло­гиялары факультетында 4-се курста уҡып йөрөйөм. Университет тормошонда ла әүҙем ҡат­нашам. 1 – 2-се курстарҙа бас­кетбол, лапта, йөҙөү, дартс кеүек спорт төрҙәрендә призлы урындар яуланым, ә     3 – 4-се курстарҙа күберәк фән яғынан әүҙемлек күрһәтәм. Ит, һөт тех­нологиялары һәм химия кафе­дра­һында сыр әҙерләү буйынса яңы технология проектын әҙерләп, еңеү яуланым. Хәҙерге ваҡытта шул проект буйынса эш алып барам. 
Буш ваҡытта аш-һыу бүлмәһендә тәм­лекәстәр бешерәм, китап, шиғырҙар уҡы­йым, яңы инновацион проекттар әҙер­ләйем. 
Маҡсатым – киләсәктә илгә файҙалы кеше булыу, сәйәхәт итеү, үҙ эшемде асыу. Мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итергә уйым бар, шуға ла реабилитация үҙәге асыу – иң ҙур хыялым.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас