

Бала саҡтан сит телдәрҙе белергә һәм самолетта борт оҙатыусы булып эшләргә хыялландым. Күптән түгел ошо хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн «ЮТэйр» авиакомпанияһында әңгәмәләшеү үттем. Ике ай ярым Төмән ҡалаһында уҡығандан һуң эшләй башланым. Әле өлкән борт оҙатыусы вазифаһына тиклем күтәрелдем, төрлө илгә сәйәхәт итәм, донъяны өйрәнәм. Ошо түгелме ни иң ҙур бәхет?