Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
26 Февраль 2023, 07:00

Миләүшә АЙЫТҠОЛОВА

Һеҙҙе Баймаҡ райо­ны­ның Иҫке Сибай ауылынан бик шәп ҡыҙ менән та­ныштырмаҡсымын.


Миләүшә ижади ғаилә­нән: әсәһе менән өләсәһе Баймаҡ районында, баш­ҡорт милли кейемен тегеү оҫталары булараҡ таныл­ған. Ә Миләүшә ошондай милли кейемдә ҙур сәх­нә­ләрҙе яулай, ул бала сағынан башҡорт бейе­үенә ғашиҡ. Күптән түгел "Байыҡ" республика бе­йеү телевизион конкурсында гран-приға лайыҡ булған. Ҡыҙ Иҫке Сибай мәктәбен уңышлы тамамлап, Сибай хореография колледжында белем ала. 
Артабан да бейеүҙән айырылмайынса, рес­пуб­ликаһы өсөн кәрәкле кеше булып йәшәү ха­ҡында хыяллана ул.
Афарин, уңыштар юл­даш булһын һиңә! 

Рәсимә БИКҠОЛОВА.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: