– Әбйәлил районының Гусев ауылынанмын. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм. Өфө фән һәм технологиялар университетының 1-се курс магистрантымын.
Яратҡан шөғөлөм – йыр. Бала саҡта йырсы булырға хыяллана торғайным, әммә тормош башҡа йүнәлеш бирҙе. Бәлки, әле лә һуң түгелдер. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.