– Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында тыуып үҫтем. Ул – бик матур, ҙур ауыл, эргәһенән Ағиҙел һәм Керәүле йылғалалары аға, үҙен тауҙар уратып алған. Уны районыбыҙҙың ҡапҡаһы тип атайҙар.
Мәктәп йылдарында ҡул эше, бейеү буйынса түңәрәктәргә йөрөнөм. Өфөнөң дизайн колледжын уңышлы тамамлап, баш ҡала салондарының береһендә эшләп йөрөйөм.
Мин – ғаиләлә уртансы бала. Атай-әсәйем, өләсәйем беҙгә, өс ҡыҙына, лайыҡлы тәрбиә бирҙе. Аҙна һайын ауылға яҡындарым янына ҡайтырға тырышам.