Мин – ижад кешеһе: йырлайым, бейейем, думбырала уйнайым. Быйыл Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға индем. Продюсерға уҡыйым, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында педагог-ойоштороусы булып эшләргә лә өлгөрәм. «Рәсәй студент яҙы» студенттар ижадын үҫтереү һәм булышлыҡ итеү программаһының төбәк дирекцияһы етәксеһе урынбаҫарымын.
Спорт менән дә дуҫмын, айырыуса саңғыла йөрөргә һәм йөҙөргә яратам. Буш ваҡытымда визиткалар, афишалар, магазиндар өсөн прайстар, видеоклиптар эшләү менән шөғөлләнәм.