Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
30 Ғинуар 2023, 10:45

Иң һылыу ҡыҙҙар – беҙҙә!

Гәзитебеҙ йоланы боҙмай, ҡасандыр республикабыҙҙың мәртәбәле «Һылыуҡай» конкурсына нигеҙ һалған «Йәшлек гүзәле» конкурсын ойоштороуҙы дауам итә. 
Шулай булмай ни, иң сибәр, иң нәзәкәтле һәм иң сая башҡорт ҡыҙҙары «Йәшлек гүзәле» конкурсында бит. Ысынлап та, бәхәсләшергә урын юҡ. Быйыл да йыл дауамында береһенән-береһе матурыраҡ, нур һәм йылылыҡ бөркөлөп торған фотоһүрәттәр алдыҡ. Уларҙы ҡараһаң, күҙҙәр ҡамашып китә. Айырып ҡына һайлауы ла еңелдән түгел. Шуның өсөн дә ҡыҙҙарҙың фотоларын социаль селтәрҙә тауыш биреүгә ҡуйып, еңеүселәрҙе уҡыусыларыбыҙ ярҙамы менән һайланыҡ. Һәр миҙгелдә Ҡышһылыу, Яҙһылыу, Йәйһылыу һәм Көҙһылыуҙы билдәләнек. Әйткәндәй, конкурс барышында, Аллаға шөкөр, социаль селтәрҙәрҙә дуҫтарыбыҙ ҙа артты. 
Йыл аҙағында биш көн дауамында “Бәйләнештә”ге төркөмдә “Барыһы ла оҡшатҡан һылыуҡай” һайланды. Һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлап, Бөрйән районынан Гөлсәсәк ҒӘЙНУЛЛИНАНЫ еңеүсе тип билдәләргә булдыҡ. 
Бәйгене ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн  Әлшәй районынан гәзитебеҙ дуҫы Әлмира КАШАПОВАҒА һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы  Ләйлә ХӨСӘЙЕНОВАҒА рәхмәт белдерәбеҙ!

«Ҡышһылыу» – Наҙгөл НУРАСОВА

Йылдағыса, иң күп ҡатнашыусыларыбыҙ йәнә Баймаҡ яҡтарынан булды. Был һылыу ҡыҙ Баймаҡ районының данлыҡлы Муллаҡай ауылынан булыр. Ул Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы класында белем ала. 
– Әсәйем Гөлназ, атайым Вәхит беҙҙе, өс баланы, бәхетле итеү, тормошҡа әҙерләү өсөн барыһын да эшләй. Белем алыуыбыҙға ла ҙур иғтибар бирәләр. Мин йәмғиәтте өйрәнеү, алгебра һәм рус теле фәндәрен яратып уҡыйым. Ҡыҙыҡһыныуым күп төрлө, класыбыҙҙа старостамын, барлыҡ үткәрелгән сарала теләп ҡатнашам. Киләсәктә үҙемде теш табибы итеп күрәм, – ти еңеүсебеҙ.

«Яҙһылыу» – Ғәлиә ЙЫҺАНШИНА

Киләһе номинантыбыҙ – яҙ кеүек балҡып торған, көләс йылмайыуы йөҙөнән китмәгән Ғәлиә Йыһаншина. Ул да Сибай яҡтарынан. Әйтәгүр, баймаҡтар гәзиткә яҙылыуҙа ла, бәйгеләрҙә лә ал бирмәй.
Ғәлиә бейеү менән шөғөлләнә, Сибай балалар сәнғәт мәктәбен тамамлаған. 17 йәшлек кенә һылыуҙың матур фекерҙәре, ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәүе һоҡландырҙы:
– Яратҡан шөғөлөм – сәйәхәт итеү. Башҡортостандың матур тәбиғәтле ерҙәрендә булдым, Ҡара һәм Урта диңгеҙҙе, Төркиәне, Абхазияны күрҙем. Үҙемде модель ролендә һынарға, фотосессияларға йөрөргә яратам. Яҡын киләсәктә матурлыҡ салоны асырға хыялланам, сөнки матурлыҡты яратам! Һәр ҡатын-ҡыҙ тәбиғи, күңеле матур һәм саф булырға тейеш, тип һанайым.
Афарин, барлыҡ хыялдарың бойомға ашһын, Ғәлиә!

«Йәйһылыу» – Розалина ТУЛЫБАЕВА

«Бөрйән районының Мораҙым ауылынанмын»,  – тип таныштырҙы үҙен  Розалина. Ҡыҙ Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы колледждың ер төҙөлөшө факультетын тамамлаған. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, дәүләт хеҙмәтендә эшләп тә өлгөрә, үҙенең хобби-ҡыҙыҡһыныуҙарына ла ваҡыт таба.
– Башҡорт дәүләт педагогия университетында – хореография бүлегендә, Башҡорт дәүләт аграр университетының ер төҙөлөшө һәм кадастр факультетында ситтән тороп белем алырға ла өлгөрәм. Башҡорт бейеүҙәренә һөйөүем бала саҡтан килә, республика кимәлендәге конкурстарҙа еңеүҙәрем бар. «ГүзәлДанс» ансамблендә бейейем. Ял көндәрендә коллектив менән гастролдәргә йөрөү оҡшай, – тип бәйән итте беҙгә Розалина.  

«Көҙһылыу» – Фирҙәүсә ХӘМИТОВА

Ҡырмыҫҡалы районы сибәренең исеме есеменә тап килеп тора. Эйе, исеме лә, үҙе лә барыбыҙға ла оҡшаны. Гәзитебеҙ уҡыусылары «Көҙһылыу» номинацияһына еңеүсе итеп һайлаһа, гәзитебеҙ хеҙмәткәрҙәре йыллыҡ календарға уның фотоһүрәтен һайларға булды. Мөкәй ауылы ҡыҙы Фирҙәүсә Хәмитова кешелек донъяһының иң ҡатмарлы һәм иң изгелекле һөнәрен һайлаған һәм барыһына ла ярҙам итеп йәшәй. Ул – табип. Ауыр ковид осоронда ла, киҙеү һәм башҡа инфекциялар ябырылғанда ла ҡыҙ үҙен аямай, кеше ғүмерҙәре өсөн көрәшә. Фирҙәүсә үҙе хаҡында бына нимә һөйләне: 
– 2015 йылда мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө медицина колледжына уҡырға индем. Бөгөн БДМУ-ның педиатрия факультетында уҡып та, шәфҡәт туташы булып эшләп тә йөрөйөм.
Буш ваҡытымда, әлбиттә, атай-әсәй йортона ҡайтырға ашҡынам, уларға ярҙам итергә, тәмле аштар бешерергә яратам. Еңел атлетика менән мауығам, йырлайым.

«Барыһы ла оҡшатҡан һылыуҡай» – Бөрйән районының Исламбай ауылынан 
Гөлсәсәк ҒӘЙНУЛЛИНА

Бөрйән һылыуы Гөлсәсәк – башҡорт ҡыл-ҡумыҙ сәнғәтенең киләсәге. Эйе, эйе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының этномузыкология бүлегендә белем ала һәм ҡыл-ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Республика кимәлендәге сараларҙа йыш ҡатнаша, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүгә лайыҡ булған.
– Бәләкәйҙән музыкаға ғашиҡмын.  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатын тамамланым. Әлеге ваҡытта вокал менән шөғөлләнәм, йырларға һәм ҡыл-ҡумыҙҙа уйнарға яратам. 
Республика халыҡ ижады үҙәгендәге "Табын" халыҡ ижады коллективына йөрөйөм. Беҙ театр менән бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған бер актлы "Аҡмулла" спектаклен һәм "Ике һайыҫҡан" әкиәтен ҡуябыҙ, – ти Гөлсәсәк.
Афариндар! Барлыҡ ҡыҙҙарҙы ла еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, конкурсыбыҙ 2023 йылда ла дауам итәсәк.

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әҙерләне.






Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: