Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
27 Декабрь 2022, 07:00

Рәмзилә ӘБҮБӘКЕРОВА

Хозур тәбиғәтле Баймаҡ ере... Тап ошо ҡылғанлы далаһы, таҫмалай һуҙылған Һаҡмары, сәхрәләрҙә сырҡыраған йыл­ҡылары менән дан тотҡан ерҙә 19 йыл элек тәү тапҡыр был донъяға ауаз һалғанмын. Атайым менән әсәйем яратып Рәмзилә тигән исемде ҡушҡан. Шуғалыр ҙа нескә күңелле, хисле ҡыҙ булып үҫкәнмен.
Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып йөрөйөм.
Мин ижадҡа ғашиҡмын. Университетыбыҙҙа сәсәндәр мәктәбенә йөрөйөм, "Табын" халыҡ ижады коллективында  шөғөлләнәм һәм тағы ла шиғырҙар уҡырға яратам.
Киләсәктә уҡытыусы булырға хыялланам. Теләгем – үҫеп килгән быуынды аң-белемгә әйҙәү, уларға рухи яҡтан терәк-таяныс булыу. Теләктәремдең тормошҡа ашырына ышанам.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: