Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
26 Декабрь 2022, 07:00

Гөлсәсәк ҒӘЙНУЛЛИНА

– Бөрйән районының Исламбай ауылынанмын. Миңә 20 йәш. 
Бәләкәйҙән музыкаға ғашиҡмын. 6-сы класта Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға килдем. Тынлы ҡоралдар, фортепиано класында белем алдым. 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. 
Әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының этномузыкология бүлегендә уҡыйым. Вокал менән шөғөлләнәм, йырларға һәм ҡыл-ҡумыҙҙа уйнарға яратам. 
Республика халыҡ ижады үҙәгендәге "Табын" халыҡ ижады коллективына йөрөйөм. Беҙ театр менән бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған бер актлы "Аҡмулла" спектакле һәм "Ике һайыҫҡан" әкиәтен ҡуябыҙ.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас в