– Һүҙемде үҙемдең шиғыр юлдарым менән башлайым:
Мин бит рухлы башҡорт ҡыҙымын,
Мин тырышһам, барын булдырам!
Мин, Гөлназ Марат ҡыҙы Биргәнова, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан. 18 йәштәмен. Шиғырҙар ижад итәм, йыр, бәйләү, сигеү менән шөғөлләнәм. Мәктәп йылдарында бик күп район, республика, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән конкурста, олимпиадала ҡатнаштым. «Бирешмә» беренсе үҫмерҙәр премияһының «Ижад ит!» номинацияһында еңеүсе, Таңсулпан Ғарипова призына «Поэзия» номинацияһында гран-при, башҡорт теле буйынса республика һәм муниципаль ижади конкурстарҙа призлы урындар, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының дипломын яуланым.
Мәктәпте тамамлағас, «Яҡты киләсәк көтә» тип исемләнгән шиғырҙар китабым донъя күрҙе. Үҙемә һәм башҡа кешеләргә яҡшылыҡ юрап, тәүге йыйынтығыма ошондай исем бирҙем. Киләсәгебеҙ яҡты, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!
Аттестат алғандан һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Яңыраҡ китабымдың исем туйы үтте.
Киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйҙым. Девизым: “Хыялыңды маҡсат итеп ал һәм алға ынтыл, ауырлыҡтан ҡурҡып моңайма!”