Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
23 Ноябрь 2022, 07:00

Айзилә  БУРАНОВА

– Беҙҙең һәр кемебеҙҙең үҙ тарихы бар. Һәр көн уны яңы ваҡиғалар менән тулыландырабыҙ һәм үҙ юлыбыҙҙы үҙебеҙ һайлайбыҙ. Тормошобоҙ сценарийы ниндәй генә булмаһын, уны үҙебеҙ яҙабыҙ. Исемем – Айзилә, Көйөргәҙе районынанмын, миңә 19 йәш. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла инглиз һәм башҡорт теле уҡытыусыһына уҡыйым. Башҡорт бейеүҙәре һәм вокал менән мауығам.
Минеңсә, музыка – ул азатлыҡ, тик музыка ярҙамында ғына кеше үҙенең эске тауышын ишетә һәм үҙен тоя ала. Шуға күрә мин дә үҙ ритмымды һәм моңомдо эҙләйем. Тормошто яратам һәм уны нисек бар, шулай ҡабул итәм. Күңелемдәге бөтә изгелек һәм ихласлыҡ яҡындарым һәм дуҫтарым өсөн!

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: