Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
13 Ноябрь 2022, 07:00

Наилә ДӘҮЛӘТШИНА

Йәмле Ейәнсура районында тыуып үҫкәнмен. Хәҙерге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алам. Төрлө ил һәм ҡитға буйлап сәйәхәт итергә яратам. Халыҡ бейеүҙәре менән мауығам. Бешеренеүгә лә әүәҫмен. 
Ҡытайҙа "Бөйөк ебәк юлы туризмы һылыуҡайы" конкурсында 45 ил араһында Башҡортостаныбыҙ данын яҡлап ҡайттым.
Мысырҙа "Miss Eco Tern International" конкурсында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Красноярск ҡалаһында үткәрелгән "Мисс Азия – Себер" конкурсында 1-се урын алдым. 

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: