Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
30 Сентябрь 2022, 07:00

Алтынай АЙСИНА 


Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуғанмын. Үҙебеҙҙәге 1-се лицейҙың 9-сы класын тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  колледжының физкультура бүлегенә уҡырға индем. 
Бәләкәй саҡтан йырларға, бейергә яратам. Оло Ыҡтамаҡтағы сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамланым. Район мәҙәниәт йортоноң “Тембр” вокаль ансаблендә йырлап, төрлө конкурста ҡатнашып торам. Мәктәп йылдарында район, республика кимәлендәге төрлө спорт бәйгеһендә, конкурста әүҙем ҡатнаштым.
Буш ваҡытымды спортҡа арнайым. Бигерәк тә волейбол уйнарға яратам. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү ҙә оҡшай. 
Киләсәктә уҡыу йортон уңышлы тамамлап юғары белем алыуҙы, атай-әсәйемә терәк булыуҙы маҡсат иттем.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: