Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
23 Сентябрь 2022, 07:00

Эльмира ҒИЗЕТДИНОВА

Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫтем. Тыуған мәктәбемдә туғыҙ класҡа тиклем белем алғандан һуң Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға индем. Бә­лә­кәйҙән бейергә яратам, баш­ҡорт мәҙәниәтенә, йолаларына ғашиҡмын. 
Быйыл Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланым. Студент йылдарында «Ватан» башҡорт мәҙәниәте клубына йөрөнөм. Клуб менән бергә төрлө флешмоб-конкурста еңеү яуланыҡ. Буш ва­ҡы­тымда сәйәхәт итергә, фотоға төшөргә әүәҫмен.
Киләсәктә илем мәнфәғәтенә тырышып эшләргә, лайыҡлы кеше булып йәшәргә теләйем!

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: