Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
13 Сентябрь 2022, 07:00

Ынйы МАНСУРОВА

Беҙҙең яҡта Ҡырҡты менән Көркәк
Аҡ болоттар менән серләшә.
Күлдәренең төпһөҙ тәрәнлеге
Сал тарихтан сәләм өләшә. (М. Ямалетдинов)
Был хаҡ юлдар тыуған яҡтарыма бағышланған. Мин Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы Күбәләк ырыуы ҡыҙымын. Ғаиләлә төпсөк бала булып, атай-әсәйемдең наҙы һәм һөйөүенә төрөнөп, ике ағайымдың ныҡлы ҡанаты аҫтында буй еткерҙем.
Урта белемде тыуған ауылымда филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова төҙөткән өр-яңы мәктәптә алдым. Беренсе кластан үҙемде тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттем. Мәктәп, район-ара, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс һәм олим­пиа­даларҙа һынатманым, тик призлы урындар ғына яуланым. Телдәргә булған һө­йө­үем М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына алып килде.
"Һин бит атлап баҫманың, ә бейеп баҫтың", – тип иҫкә ала бала сағымды атай-әсәйем һәм туған­дарым. Иҫ белгәндән алып бейергә яратам. Әле лә бейеүһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. 2018 йылда "Байыҡ" бейеү телевизион бәйгеһендә гран-при яуланым. Был миңә тағы ла дәрт һәм илһам өҫтәне. Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгендәге Нәзифә һәм Әнфәр Нур­мөхәмәтовтар етәкләгән "Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солист­каһымын. Артабанғы тормошомдо бейеү менән бәйләү өсөн быйыл БДПУ-ның хореография бүлегенә ситтән тороп уҡырға индем.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: