Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
30 Август , 07:00

Сулпан ТАҢҒАТАРОВА

Сулпан – күктәге иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе, яҡты­лыҡ, бәхет билдәһе. Был ҡыҙ ҙа гүйә донъяны яҡтыртып, ерҙе биҙәп йәшәү өсөн тыуған. Ихласлыҡ, инсаф­лы­лыҡ, тыйнаҡлыҡ кеүек күркәм сифаттарҙы үҙенә туп­лаған ул. Буласаҡ табип. Хыялы – киләсәктә кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың ғүмерен ҡотҡарыу. 
Сулпан Таңғатарова – Си­бай ҡыҙы. Быйыл Башҡорт дәүләт медицина универси­тетының         2-се курсын тик “бишле”гә генә тамамлаған. Университетта студенттар отрядының иң әүҙем ағзаһы. Буш ваҡытында ҡул ҡау­шырып ултырмай. Һәр ваҡыт эшләй, эҙләнә... Мәҫәлән, яңы­раҡ “Йоматау” шифаха­наһын­дағы йәйге лагерҙа вожатый булып эшләп ҡайтҡан.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас в