Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
29 Август 2022, 13:58

Илһөйәр ВӘЛИУЛЛИНА

Илһөйәр – Сибай ҡыҙы. Исеме есеменә тап килеп тора. Илһөйәр бәләкәйҙән тырыш, маҡсатлы ҡыҙ булды. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына уҡырға инде. Һөнәре буйынса – инженер. Әлеге ваҡытта Мәскәүҙә уңышлы эшләп йөрөй. 
Киләсәктә яңы үрҙәр яуларға маҡсаттар ҡуйып, ҙур өмөттәр менән йәшәй. Ата-әсәһе, туғандары һәм иптәштәре уның барлыҡ хыялы тормошҡа ашыуын теләй.

Фирүзә ТУТАЕВА.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: