Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
17 Август 2022, 07:00

Нәркәс ҒИЗЗӘТОВА

Әбйәлил райо­нының Ҡаҙмаш ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән спортҡа ғашиҡмын. Тап ошо ҡыҙыҡһыныуым ми­не мәктәптән һуң Си­бай педагогия кол­леджының физик культура бүлегенә алып килде лә инде. Уҡыу йортон уңыш­лы тамамлағас, артабан үҙемде икенсе өлкәлә һынап ҡарар­ға йөрьәт иттем. Яңы­раҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй башланым.
Оҡшатҡан шөғөлдәрем күп: бәйләү-си­геү эшен, башҡорт ха­лыҡ бейеүҙәрен яратам. Ҡышын саңғыла йөрөүҙән кинәнес алам.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: