Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
16 Июль 2022, 07:00

Әлфинә ЙӘҺҮҘИНА

Үҙе сибәр, үҙе аҡыллы, үҙе тыйнаҡ, ҡыҫҡаһы, бар яҡтан да килгән һәләтле ҡыҙ. Ниндәй генә матур һүҙҙәр теҙеп яҙма, Ҡыр­мыҫҡалы районының Ил­туған ауылы һылыуы Әлфинә Йәһүҙи­наның уңғанлығын һү­рәтләп бөтә алмаҫһың. Хәйер, ҡыҙ кеше шундай булырға тейеш тә.
Әлфинә бер ваҡытта ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Һәр ваҡыт хәрәкәттә. Ул, мәктәпте тамам­лағандан һуң, ике вузда уҡырға ла, район гәзитендә хәбәрсе булып эшләргә лә өлгөрә. 2014 йылда БДУ-ның журналистика факультетын һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультетын (дизайн) тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
Әлфинә журналистикаға ғашиҡ. Буш ваҡытында үҙен һөнәри яҡтан камиллаштыра: русса текстар яҙа, шулай уҡ телефонға видео төшөрөргә һәм уны монтажларға ярата.

И. ХУЖАБИРГӘНОВ.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: