Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
3 Июль 2022, 07:00

Юлиә СӘЙЕТОВА

Баймаҡ районының Тау­лыҡай ауылы ҡыҙымын. Башланғыс белемде тыуған ауылымда алһам, артабан Баймаҡ лицей-интерна­тында уҡыным. 
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультетын тамамланым. Миңә ҡанат ҡуйған вузға сикһеҙ рәхмәтлемен. Тап ошонда үҙемде төрлө яҡтан астым, шәхес булараҡ формалаштым. Яратҡан шөғөлдәремдең береһе – КВН-да уйнау. 2019 йылда «Бер минут» ко­мандаһы менән Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһында чемпион исемен яуланым. Иң ҙур уңышым – Сочиҙа үткән КИВИН фес­тивалендә ҡатнашыу. 
Бөгөн һөнәрем буйынса М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында рус һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып эшләйем. Бынан тыш, яңыраҡ үҙ эшемде астым. «Озон» маркетплейсында онлайн-магазин ойошторҙом.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: