Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
3 Июнь 2022, 09:52

Ләйлә ШӘКҮРОВА


Был һылыу ҡыҙ Әлшәй районының Ҡармыш ауылында тыуып, ата-әсәһенең төпсөгө булып, иркәләнеп кенә буй еткергән. Әсәһе Светлана Ғәлимулла ҡыҙы менән атаһы Дауыт Урал улы балалары Данис менән Ләйләгә тәрбиә, оло тормошта юғалмаҫлыҡ ышаныс, белем биргән.
Ләйлә, тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Бакалавр дипломын алғас, БДУ-ның философия һәм социология факультетына магистратура йүнәлешенә уҡырға инә. Бөгөн ул тырыш студент ҡына түгел, ә “Вashbeauty” модель агентлығы тәрбиәләнеүсеһе лә. Ләйлә 2019 йылда “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе лә булды, күп мәҙәни сарала ҡатнаша.
Сибәр, һөйкөмлө, алсаҡ Әлшәй ҡыҙына тормошонда киң офоҡтар, бәхетле киләсәк теләйем!
Әлмира Кашапова.

Автор:Артур Хасанов
Читайте нас: