Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
2 Июнь 2022, 11:38

Светлана Килмөхәмәтова

Үҙемде таныштырыуҙы шағир Салауат Әбүзәрҙең һүҙҙәре менән башлағым килә: "Матурлыҡ – йәшәү сығанағы!”


Эйе, матурлыҡты тоя белгән, уға ынтылған кешеләр генә рухи яҡтан бай була. Мин тәбиғәттең иң матур мәле, тирә-яҡ аҡлыҡҡа һәм паклыҡҡа сорналғанда, 2004 йылдың 18 декабрендә донъяға яралғанмын. Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының 11-се класында белем алам.


Хыялым – филолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, тәржемәсе булыу. Яҡташым, шағирә Гөлназ Ҡотоеваның: "Башҡорт теле – минең киләсәк, килер быуындарға бирәсәк”, – тигән һүҙҙәре миңә ауаздаш. Рухи байлығыбыҙ булған туған телемде үҫтереүгә тос өлөш индереүҙе төп маҡсатым тип билдәләйем. 7-се кластан алып төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында әүҙем ҡатнашып, өс тапҡыр еңеүсе, призер булыу бәхетенә өлгәшһәм, быйыл инде беренсе тапҡыр федераль кимәлдә үткәрелгән Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында призер булыуым менән сикһеҙ ғорурланам. “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булыуға ла өлгәштем.

Һәр кеше үҙ тормошонда төрлө маҡсат менән янып йәшәй. Минең дә алға ҡуйған маҡсаттарым, ынтылыштарым бар: туған телем менән берлектә ҡытай, төрки телдәрен өйрәнеп, сәйәхәт ҡылыу, рухлы башҡорт йәштәре ассоциацияһын ойоштороу. Девизым – киләсәк һинән башлана!

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: