Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
21 Май 2022, 07:00

Ләйсән Таңғатарова 

Сибай ҡалаһында тыуып үҫтем. Бала саҡтан йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә яратам. Мәктәп йылдарында ҡала, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә урын­дар яуланым. Әлеге ваҡытта Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фи­лологияһы факультетында 3-сө курста белем алам.
Уҡыуҙан тыш, төрлө мәҙәни сарала ҡатнашырға тыры­шам. 1-се курсҡа уҡырға ингәс тә, беренсе тапҡыр "Ҡорос" теа­трының спектаклен ҡарау бәхете тейҙе. Шул мәлдән алып театрға ғашиҡмын.
Бөгөн бәхетле йылмайып йәшәүем өсөн ата-әсәйемә, туған­дарыма, дуҫ-иштәремә ҙур рәхмәтлемен.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: