Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
19 Май 2022, 07:00

Зәлиә АЛТЫН­БАЕВА

Гәзитебеҙ биттәрендә барған «Йәш­лек» гүзәле» матурлыҡ кон­курсында ҡатнашыусы­ла­ры­быҙ­ҙың һәр ҡайһыһы бөтә яҡлап та уңған, һәләтле һәм сибәр.

 Әле һүҙебеҙ Бөр­йән районының Бай­назар ауылы ҡыҙы Зәлиә АЛТЫН­БАЕВА тура­һында. Ул М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педа­гогия универ­ситетының башҡорт фило­логияһы факультетында белем ала.
Зәлиә – уҡыу алдынғыһы, яҡшы уҡырға ла, универ­ситетта уҙған һәр сарала ҡат­нашырға ла өлгөрә. Шиғырҙар ижад итә, тәбиғәттең гүзәл мәлдәрен фотоға төшөрөргә әүәҫ. Ә иң ҙур мауығыуы – халыҡ бейеүҙәре.
– Ҡазанда үткән «Милли ҡа­ҙа­ныш» Волга буйы федераль окру­гы фестивале еңеүсеһемен, Барнаулда   төбәк-ара кон­курста 2-се урын яуланым. Фа­культеттың «Ете ырыу» ансамбле составында илдең төрлө ҡалаһы буйлап сәйәхәт итеү, башҡорт бейеүҙәрен танытыу бәхете тейҙе, – ти өлгөр ҡыҙ.
Зәлиәнең хыял-ниәттәре изге – уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тыуған республикаһына лайыҡлы хеҙмәт итеү, ата-әсәһенә терәк-таяныс булыу.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: