Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
18 Май 2022, 07:00

Ғәлиә ЙЫҺАНШИНА

Яҙҙың иң матур көн­дә­рендә, ағастар япраҡ ярған­да, умырзая сәскә атҡанда – 2005 йылдың 30 майында донъяға килгәнмен.


2021 йылда Иҫке Сибай урта мәктәбен тамамлап, Сибай педагогия колледжына уҡыр­ға индем. Биш йәштән бейеү менән шөғөлләнәм, Сибай балалар сәнғәт мәктәбен тамамланым.
Яратҡан шөғөлөм – сәйәхәт итеү. Башҡортостандың ма­тур тәбиғәтле ерҙәрендә бул­дым, Ҡара һәм Урта диңгеҙҙе, Төркиәне, Абхазияны күр­ҙем.
Үҙемде модель ролендә һы­нарға, фотосессияларға йө­рөргә яратам. Яҡын килә­сәк­тә матурлыҡ салоны асырға хыялланам, сөнки матур­лыҡты яратам! Һәр ҡатын-ҡыҙ тәбиғи, күңеле матур һәм саф булырға тейеш, тип һанайым.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: