Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
15 Май 2022, 07:00

Лениза СОЛТАНҒУЖИНА

Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ райо­нының Һунарсы ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Ырымбур дәүләт университеты колледжында ер һәм милек мөнәсәбәттәре буйынса белгес һөнәрен алған. Тырыш ҡыҙ бер юлы уҡытыусы һөнәрен дә үҙләштергән. 


Лениза ике йыл элек университеттың хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге факульте­тына уҡырға ингән, бер юлы күп функциялы үҙәктә эшләй башлаған. Шул мәлдә уға бөтә Рәсәй буйынса ойош­торолған “Һылыуҡай” матурлыҡ кон­курсында ҡатнашырға тәҡдим иткән­дәр. Ҡыҙ Ырымбурҙа үткән һайлап алыу турында еңгән һәм Өфөлә үҙ  өлкәһе данын яҡлаған. 
Күп тә үтмәй, Лениза Солтанғужина баш ҡалабыҙға күсеп килгән һәм  Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләй башлаған.  
“Мин – сәнғәт кешеһе, үҙемде сәхнәлә күрәм. Шулай ҙа хоҡуҡ һаҡлау һөнә­ренең бар ерҙә лә кәрәк булыуы был өлкәлә белем алырға этәрҙе”, – тип үҙе тураһында бәйән итте ул. 
Бар маҡсатына ирешкән тырыш һылыуҡайға бәхет һәм аҡ юлдар теләйбеҙ!   

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: