Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
18 Апрель 2022, 16:00

Лилиә ШИҺАПОВА

Мин – Лилиә Эдуард ҡыҙы Шиһапова. Милли геройыбыҙ тыуып үҫкән төйәктә, Салауат райо­ны­ның Мәхмүт ауылын­да, ишле ғаиләлә тәүге бала булып донъяға кил­дем. Ике һеңлем һәм бер ҡустым бар. Бала саҡтан үҙ халҡыбыҙҙың тари­хын һәм телен өйрәнәм. Рәми Ғарипов ижадына ғашиҡмын. Бөйөк ша­ғир­ҙың көндәлектәре – өҫтәл китабым.

Башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә булған һөйөү мине М. Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­те­тының башҡорт фило­логияһы факультетына алып килде. Бөгөн 2-се курс магистрантымын. Бынан тыш, факультетта уҡытыу эштәре буйынса белгес булып эшләйем.

Яратҡан шөғөлөм – төрлө прическа яһау. Был шөғөл мине бәхетле итә. Сөнки уның ярҙамында кешеләргә яҡшы кәйеф һәм матурлыҡ бүләк итәм. 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: