Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
9 Апрель 2022, 07:00

Әлфинә ӘЙҮПОВА

Әлфинә Әбүзәр ҡыҙы ӘЙҮПОВА булам. Сығышым менән хозур Бөрйән районы­ның Килдеғол ауылынанмын.

Әбделмәмбәт урта мәктәбен тамамлағас, Сибай педагогия колледжында тәрбиәсе һөнә­рен үҙләштерҙем. Әлеге көндә М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының башҡорт филоло­гияһы факультетында 4-се курста белем алам. 

Театрға ғашиҡмын! Шуғалыр ҙа уҡыуҙың тәүге көнөнән үк университеттың «Ҡорос» ха­лыҡ театры үҙенә йолоп алған­дыр. Шиғырҙар яҙам, стил­ләш­терелгән биҙәүестәр яһайым.
Киләсәктә үҙемдең шиғырҙар йыйынтығын баҫтырырға хыял­ланам һәм ошо офоҡта мине илһамландырыусы, ҡа­нат ҡуйыусы ғәзиз кешелә­ремдең, яҡын дуҫтарымдың һау-сәләмәт булыуы – минең иң ҙур теләгем. 

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: