Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
20 Март 2022, 07:00

Миңзәлә ӘБЙӘЛИЛОВА

Миңзәлә Нәзир ҡыҙы Әбйәлилова булам. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫтем. Бала саҡтан боксҡа ғашиҡмын.

 Был спорт төрө менән алтынсы клас­тан алып шөғөлләнәм. Рес­публика, округ кимәлендәге ярыш­тарҙа тик беренсе урындарҙы яулап, Баш­ҡортостандың йыйылма коман­даһына инеү бәхете йылмайҙы. Иң ҙур еңеүҙәремдең береһе – «Рә­сәйҙең спорт мастерлығына кан­дидат» исемен алыу.

2019 йылда БДУ-ның Сибай фи­лиа­лының психология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Бөгөн Баймаҡ спорт мәктәбендә бокс буйынса тренер булып эшләп йөрөйөм.

Уҡыусыларымды һәр саҡ берен­се­ләрҙән булырға, спортты яратырға өй­рәтәм. Буш ваҡытымда психология буйынса китаптар уҡырға, беше­ренергә яратам. Үҙемдең хыялдарымды йылдан-йыл тормошҡа ашырырға тырышам.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровИнсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: