+16 °С
Болотло
2019 йылда Сибай институтының педагогия факультетында башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына уҡып сыҡтым. Студент йылдарында "Сармат" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләндем. Өлкән курстарҙа ансамблдең репетиторы булдым. Коллектив менән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә төрлө фестиваль, бәйгелә еңеү яуланыҡ. Шулай уҡ «Байыҡ» телевизион бейеү бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булдыҡ.
Бөгөн мин Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләйем. Буш ваҡытымда республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә, уның иҫ киткес матур тәбиғәте менән һоҡланырға яратам.