Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
23 Февраль 2022, 11:20

НАҘГӨЛ НУРАСОВА

Баймаҡ районының данлыҡлы Муллаҡай ауылында тыуғанмын. Әсәйем Гөлназ, атайым Вәхит беҙҙе, өс баланы, бәхетле итеү, тормошҡа әҙерләү, яҡшы белем алһын өсөн барыһын да эшләй.

Мин Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класында белем алам. Йәмғиәтте өйрәнеү, алгебра һәм рус теле фәндәрен яратып уҡыйым. Ҡыҙыҡһыныуым күп төрлө, класыбыҙҙа старостамын, барлыҡ үткәрелгән сарала теләп ҡатнашам. Киләсәктә үҙемде теш табибы итеп күрәм.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: