Үҫә килә Нәргизә мәҙәниәт йортонда директор булып эшләгән әсәһенең уң ҡулына әйләнә. Мәктәптә президент вазифаһын башҡара.
Нәргизә – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филология факультетының 5-се курс студенты. Ошо биш йылда ул ситтән тороп БДПУ-ла балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенә, Бәләкәй дәүләт идара итеү академияһында идарасыға уҡырға өлгөргән. Тырыш ҡыҙ беренсе курстан «Ҡорос» халыҡ театрында һәм «Бер минут» КВН командаһында шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Яңыраҡ Нәргизә тыуған районындағы Сосновка ауылының күп тармаҡлы мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләнгән. Уның төп терәге – ата-әсәһе. Сәлим Нурмөхәмәт улы һәм Гөлнур Рәүф ҡыҙы үҙ дүрт балаһына өҫтәп, өс етем сабыйҙы тәрбиәләп үҫтергән. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Асҡаровтар «Ҡурай даны» республика конкурсында «Миһырбанлы ғаилә» номинацияһында еңеүсе тип табылған.
Нәргизәнең хыялы – ғаилә ҡороу, тыуған республикаһы мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт итеү.