Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
12 Февраль 2022, 07:00

Лиза МОРАТОВА

Сираттағы "Йәшлек" гүзәл"ен күрһәтәбеҙ:

– Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында, гүзәл тәбиғәтле Әбделкәрим ауылында донъяға килгәнмен.

Кескәй саҡтан йырларға, бейергә, шиғыр ятларға яратам. Мәктәптә уҡығанда район кимәлендәге бәйгеләрҙә еңеү яуланым. 2018 йылда Сибай медицина колледжына уҡырға индем. Сөнки хыялым – кешеләргә ярҙам итеү. 


Әлеге ваҡытта Өфөлә стоматология дауаханаһында эшләп йөрөйөм. Киләсәктә юғары белем алып, үҙ һөнәремдең оҫтаһы булып танылырға теләйем.

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: