Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
26 Ғинуар 2022, 07:00

Нурзилә ҠОЛҒАРИНА

Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫтем.

Бәләкәйҙән башҡорт бейеүҙәренә ғашиҡмын. Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 5-се курста белем алам.

Иң һуңғы уңыштарымдың береһе – 2021 йылда Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булдым. Халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу буйынса Бөтә Рәсәй фестивалдәре еңеүсеһемен. Уҡыу йортобоҙҙоң "Кружева" халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында Испанияла, Белоруссияла һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһау бәхете тейҙе.

Авторҙар:Айбулат ИшназаровAdminQ Admin
Читайте нас: