Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
27 Ноябрь 2021, 07:16

Элина ХИЗБУЛЛИНА

Өфө ҡыҙы булам, Алексеевка ауылында йәшәйем.

Ғаиләлә дүртәүбеҙ: атайым, әсәйем, апайым һәм мин. Яҡындарым һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, уларҙы ныҡ яратам. Йәшәгән урыным бик оҡшай. Баш ҡалаға яҡын, экологик яҡтан да таҙа.

2007 йылда мәктәпкә барҙым, 9-сы кластан һуң Өфө медицина колледжына уҡырға индем. Лаборант һөнәрен алып сыҡҡас, бер йыл Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында эшләнем. Бер юлы эстетик косметология курстарында белем алдым. Медицина буйынса артабан уҡырға теләк барлыҡҡа килгәнгә тиҙ арала ҡабул итеү имтихандарына әҙерләнеп, БДМУ-ға уҡырға индем.

Әлеге ваҡытта медицина фәнен башкөллө сумып өйрәнәм. Буш ваҡытта музыка тыңлайым, фильмдар ҡарайым, эстетик косметология менән шөғөлләнәм. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: