

Бала сағым ауылда, атай-әсәйем янында үтте. Башта – Һөләймән мәктәбендә, аҙаҡ Мулдаҡайҙа уҡыным. Тырышып белем алдым, инша, шиғыр яҙыу, ятлау буйынса һәр саҡ призлы урындар яуланым. Спорт менән дә бик дуҫмын.
Мин үҙемде донъяға ғашиҡ ҡыҙ тип һанайым. Атҡан һәр таңға ҡыуанам, йылдың һәр миҙгелен яратам. Тәбиғәт балаһымын: шуға күрә Өфө урман хужалығы техникумын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп уҡыйым. Массажсы булып эшләйем, үҙ бизнесымды булдырырға теләйем.
Буш ваҡытта төрлө тәмлекәс бешерергә яратам, китап уҡыйым.
Киләсәктә үҙемде яратҡан ҡатын һәм бәхетле әсә итеп күрәм. Күгебеҙҙең тыныс һәм аяҙ, республикамдың сәскә атыуын теләйем. Халҡыбыҙға: "Ғәзиз телебеҙҙе һаҡлайыҡ, рухыбыҙға саң ҡундырмайыҡ!" – тип әйткем килә.