Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
23 Октябрь 2021, 07:02

Аделина ШӘМСИЕВА

Башҡортостандың төньяғындағы Тәтешле районының гүзәл, бай тәбиғәтле Яңғыҙнарат ауылында тыуып үҫтем.

Үҙебеҙҙәге мәктәптә белем алдым, уның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаштым. Ҙур теләк менән бейеү, вокал, баскетбол түңәрәктәренә йөрөнөм. Район, республика күләмендәге конкурс-олимпиадаларҙа көс һынай торғайным. 10-сы класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урын яуланым, ә 11-се класта БР Мәғарифты үҫтереү институтының махсус бүләгенә лайыҡ булдым.

Кескәй саҡтан шиғырҙар уҡырға, уларҙы тасуири һөйләргә яратам. 11-сене тамамлағас, телебеҙгә булған һөйөүем Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына алып килде. Бөгөн мин филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 1-се курс студентымын.

Алға ҡуйған маҡсатым – үҙ илемде, телемде яҡлаусы-һаҡлаусы шәхес булыу, ошо сифаттарҙы киләсәк быуында ла тәрбиәләү. Маҡсатыма ирешермен, тигән өмөттәмен, сөнки янымда төплө белем биреүсе, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған уҡытыусыларым бар.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: