Бөтә яңылыҡтар
"Йәшлек" гүзәле
16 Октябрь 2021, 07:12

Зөбәржәт ШӘЙМӨХӘМӘТОВА

Әлшәй районының Ҡармыш ауылы ҡыҙы.

Кешелеккә изгелек сәсеүселәр кем, тип һораһалар, Зөбәржәт һымаҡтар, тип яуап бирер инем. Һәр саҡта ла дуҫтарына, туғандарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған гүзәлкәйҙең оло йөрәге, киң күңеле күптәрҙең хәстәрен һыйҙыра. Уның һайлаған һөнәре лә маҡтаулы, донъялыҡты, кешелекте дауалаусы табип. Зөбәржәт әле баш ҡалабыҙҙың поликлиникаларының береһендә терапевт, ошо уҡ йүнәлеш буйынса ординатурала ла уҡый.Маҡсатлы, тырыш, уңған, аҡыллы, ярҙамсыл ҡыҙға аҡ бәхеттәр, яҡты киләсәк теләйем.

Д. Таһирова.

Автор:Приемная Комиссия
Читайте нас: