

Яҡты йөҙлө, асыҡ күңелле һәм йомшаҡ тауышлы ҡыҙ булып үҫтем. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, яратҡан фәнем – химияға һөйөү мине Өфө дәүләт нефть техник университетының химия технологияһы факультетына килтерҙе. Унан ҡыҙыл дипломлы белгес булып сыҡтым. Әлеге көндәге һөнәрем нефть сифаты буйынса химия инженеры тип атала.Буш ваҡытта балалар өсөн хикәйәләр яҙам, ял көндәрен тәбиғәттә үткәрергә яратам. Шулай уҡ фотоға төшөрөү менән мауығам, спортты ла үҙ итәм.