"Йәшлек" гүзәле
26 Июнь 2021, 01:39

Әлфинә ВӘЛИУЛЛИНА

Әлшәй ҡыҙы Әлфинә уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Раевкалағы М. Бу­ранғолов исемендәге башҡорт лицейын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡып, былтыр юрист һөнәренә эйә булған. Әле Өфө ҡалаһының Ленин районы судында эшләй.

Студент саҡта спортты үҙ иткән, волейбол уйнарға яратҡан. Әле эше күп ваҡытын алһа ла, алсаҡ күңелле ҡыҙ дуҫтары-әхирәттәре менән аралашырға ла өлгөрә.
Ә. Кашапова.
Читайте нас