"Йәшлек" гүзәле
5 Июнь 2021, 01:35

Әлфинур МУЛЛАҒӘЛӘМОВА

Әлшәй районының Сурай ауылы ҡыҙы булам. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында уҡып йөрөйөм. Бер юлы Республика балалар дауаханаһында ла эшләйем. Мин буласаҡ табипмын, һайлаған һөнәремде тырышып үҙләштерәм. Киләсәктә яҡындарымдың, дуҫтарымдың һаулығын һаҡлауҙа ныҡлы терәк булырыма ышанам.

Бөгөн бәхетле йылмайып йәшәүем өсөн атай-әсәйемә ҙур рәхмәтлемен. Ғаиләлә беҙ – өс ҡыҙ, мин – өлкәне. Һеңлеләрем Нурия менән Айлинаға үрнәк тә, өлгө лә булырға тырышам. Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙҙең беҙҙе һәр саҡ ҡурсалап, дөрөҫ юлды күрһәтеп тороуҙары менән киләсәгебеҙ яҡты.
Читайте нас