"Йәшлек" гүзәле
30 Май 2021, 00:16

Нәркәс ХӘСӘНОВА

Мин гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығышындағы Ҡыйғы районының Алағуз ауылында тыуып үҫтем. Бишенсе синыфҡа тиклем үҙебеҙҙең ауылда белем алдым. Аҙаҡ яратҡан шөғөлөм Өфөләге Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһына килтерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты колледжында белем алам.

Бала саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә, бейергә, шиғыр һөйләргә, шашка уйнарға яраттым. Гимназияла уҡығанда лапта һуғыу буйынса ярыштарҙа ҡатнаштым. "Тамыр" студияһының "Һорау+яуап= портрет" тапшырыуында ҡатнашҡаным, студияла һүрәт төшөргәнем дә булды.
Киләсәктә үҙем һайлаған һөнәргә тоғро ҡалып, кешеләргә кәрәкле булып йәшәргә теләйем.
Читайте нас