Беренсе кластан алып тырышып, яҡындарымды тик яҡшы билдәләр менән ҡыуандырып уҡыным. Шул тырышлығым һәм кескәй балаларға ҡарата һөйөүем Сибай педагогия колледжына балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөнәрен алыуға илтте.
Студент йылдарын бушҡа уҙғарманым, тырышып уҡыным. "Аҡйондоҙ" ансамбле менән бергә “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнаштым. Буш ваҡытта ҡул эштәре менән мәшғүл булдым. Айырыуса түшелдерек эшләү оҡшай. Был ҡатын-ҡыҙ биҙәүесен Сибай ҡалаһында йыл да уҙғарылған "Сәсмәүерем-селтәрем" сараһында тәүгә күреп ғашиҡ булдым. Үҙаллы бар нескәлектәрен өйрәнеп эшләгән тәүге түшелдеректәрҙе туғандарыма бүләк иттем. Эшемә колледждағы технология һәм ИЗО уҡытыусыһы Гөлдәр Дәүләтбаева ҙур баһа бирҙе. Был яратҡан шөғөлөмдө артабан да дауам итеүемә йоғонто яһаны.
Әле Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Тормошта артабан да юғары үрҙәргә ынтылам.