"Йәшлек" гүзәле
8 Апрель 2021, 08:30

"ЛиАЗ" классикаһы, һау бул!

Ошо көндәрҙә ГАЗ төркөмөнә ингән Ликино автобустар заводы ҙур класлы ЛиАЗ-5256 автобусын производствонан алды. Ул конвейерҙа теүәл 35 йыл торҙо - классик типҡа ҡараған бейек иҙәнле автобус 1986 йылдан бирле етештерелгән. 56-сы модель менән бер рәттән алғы ике ишеге тәңгәлендә иҙәне түбән ЛиАЗ-5293 тә башҡа етештерелмәйәсәк. Әйткәндәй, былтыр Өфөгә 5256-сы моделдәр ҡайтарылды, улар ҡала маршруттарында кеше ташый. "ХБИ" - "Хочу быть Икарусом" ҡушаматын да йөрөткән ЛиАЗ-5256 автобусы 1970-се йылдарҙа венгр "Икарус"ына оҡшатып эшләнә. Уға КамАЗ-740 моторы, РАБА артҡы күсәре ҡуйыла, алғы балка иһә үҙебеҙҙеке. Нимәһе иғтибарға лайыҡлы - көс агрегаты кузов артында урынлаштырыла. Яңы машинаның "тыуыуы" СССР һәм Рәсәй юлдарына бик ауыр шарттарға тура килә. Горбачев "перестройка"һы, унан һуң Яр Саллылағы оло янғында КамАЗ моторҙар төҙөү заводы юҡҡа сыға - ЛиАЗ-дың хәле бик хөрт була. Ярай Мәскәү мэрияһы заводты һәм 5256-сы моделде һаҡлап ҡала - "Катерпиллер" моторлы автобустарҙы күпләп һатып ала башлай. Бер аҙҙан алғы ике ишеге тәңгәлендә иҙәне түбән ЛиАЗ-5293 да сығарыла башлай. Бынан ары Ликино-Дулево ҡалаһындағы автобус заводы заманса һәм һуңғы талаптарға яуап биргән ҡала, ҡала-яны ЛиАЗ-5292 моделдәрен һәм уның вариациаларын - 4292, 6213 тигәндәрен сығарасаҡ.


ЛиАЗ-5256 автобусын мин тәүгә 1995 йылдың йәйендә күрҙем. Тап шул мәлдә Баймаҡ АТП-һына яңы техника килә, уға "В167ВМ 02" номеры бирелә, 2002 йылда "списать" ителә.

Быға тиклем ҡала эсендәге 1-се, 2-се,3-се, 4-се, 5-се һәм 6-сы маршурттарҙа шешәләрен дыңғырлатып ЛиАЗ-677-ләр йөрөй ине. Яңы автобус "скотовоз"дар алдында космос карабы кеүек ине! Шакмаҡ дизайнлы кузовлы, өс ишек киң итеп асыла, эстә иркен, ултырғыстары аҙ ғына! Иҫке "ЛиАЗ"дарҙа яйлап ҡына йөрөргә өйрәнгән пассажирҙар яңыһы осоп ҡына бара тип сағыштыра торғайны. Класташтар менән мәктәптән ҡайтырға булһаҡ, "шестерка" теге яңы автобус тип ныҡ шатлана торғайныҡ. Тәүҙә исемен дә белмәнек - "Экарус" тип әйтә инек. Аҙаҡтан ғына артында ЛиАЗ-5256 тигән яҙыуҙы уҡып, танып белә башланыҡ.

Ә "Икарус"тарҙан тик Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Күмертауҙан килгән ҡала-ара лайнерҙарҙы ғына осрата торғайныҡ. 260-сы "яңғыҙаҡ"тарҙы һәм 280-се "гармун"дар Баймаҡта йөрөмәне, тик ЛиАЗ-дар ғына кеше ташыны. Ауылдарға ПАЗ йәки ЛАЗ китә торғайны, Сибайға, Магнитогорскиға, Өфөгә "Икарус", "ЛАЗ-Турист" йәки "Чавдар" йөрөнө.
Читайте нас